CАҢДЫҮҘӘК”,  ҠАР СӘСКӘЛӘРЕ” – МӘКТӘПТЕҢ  ҒОРУРЛЫҒЫ.

 

Слайд1 - копия (2)     2000 йылда мәктәпкә музыка уҡытыусыһы булып килгән Ринат Ҡорманаев малайҙарҙың вокаль ансамблен ойошторҙо. Юғары белемле хор дирижеры ҡулы аҫтында шөғөлләнгән балалар тиҙ арала оҫтарып, мәктәптең генә түгел, район тамашасыларының яратҡан коллективына әүерелде. Улар башҡорт халыҡ йырҙары, донъя классиктары әҫәрҙәре менән һабантуйҙарҙа, фестиваль-концерттарҙа, юбилей байрамдарында йыш сығыш яһай. “Саңдыүҙәк” Бөрйән районында үткән “Һаумы, 21-се быуат” республика фестивалендә тамашасылар һөйөүе призын яуланы. Ансамблдең солистары Ғүмәр Рәхимов менән Нургиз Ҡорманаев – 2001 йылда Туймазыла үткән “Оҙон көй” бәйгеһенең дипломанттары, Радик Ҡорманаев“Башҡортостан йондоҙсоҡтары” республика смотрында (2002 йыл) 2-се урын яуланы.

     Ринат Булат улы клуб мөдире  булған саҡта  Иншар Солтанбаев исемендәге призға балалар араһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың район конкурсын ойоштора. Уның өс уҡыусыһы -  Ғәлиә Суфиянова,Ғүмәр Рәхимов һәм Радик Ҡорманаев төрлө йылдарҙа был бәйгенең “Гран-при”һын яуланы.

     “Саңдыүҙәк”тән тыш, Ринат Ҡорманаев “Ҡар сәскәләре” исемле ҡыҙҙар вокаль ансамбленә етәкселек итә.  Беренсе төркөмдә Вәсилә Сөнәғәтуллина, Тәнзилә Һөйөндөкова, Илүзә Зәйтүнова, икенсеһендә - Ғәлиә Суфиянова, аҙаҡтан – Нәркәс Солтанова солистка була. Күбеһенсә эстрада, халыҡ  йырҙарын йырлайҙар, хатта Италия халыҡ йырҙарын өйрәнгәндәр.

    Апрель айында “Саңдыүҙәк”, ”Ҡар сәскәләре” ансамблдәре Мораҡай, Йәнекәй, Рәхмәт, Асҡар ауылдарында гөрләтеп сығыш яһанылар, һәм уларға беренсе дәрәжә диплом бирелде.

 Ошо арала “Сулпылар” телевизион бәйгелә, Ринат Булат улында шөғөлләнеүселәр:  Мөхөмөҙиев Азамат һәм Шагалина Ильвина сығыш яһаны.

Вернуться в главную страницу.

 

 

Сайт создан в системе uCoz