Баҡсабыҙ мул уңыш бирә.
1973 йылда юғары белемле зоотехник Рәжәп Ниғмәт улы Зәйтүнов мәктәпкә химия-биология уҡытыусыһы булып килде. Яңы һөнәр күңеленә ятҡас, ул Силәбе педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. Утыҙ
өс йыл эшләү дәүерендә Рәжәп Ниғмәт улы мәктәп яны участкаһының алыштырһығыҙ етәксеһе лә булды. Биш гектар майҙанда кәбеҫтә, картуф, ҡыяр, помидор, сөгөлдөр һ.б. йыл һайын мул уңыш бирә. Йәшелсә
һатыуға ла, балаларҙы ашатыуға ла етә. Мәктәп баҡсаһында үҫкән алма, еләк, крыжовник һәм ҡарағаттан ҡайнатмалар яһайҙар. Мәктәп алдын йәйен ҙур сәскәлек биҙәй. Сәскәләрҙең төрлө сорттарын ҡыҙыҡһынып, бар күңелен биреп үҫтереүгә Зәйтүнова Зилә
һәм Малыбаева Сәриә ҙур өлөшөн индерә. Ҡайһы бер йылдарҙа билдәләнгән участокта синыфтар араһында сәскәләр үҫтереү буйынса ярыштар ҙа ойоштороп алалар. Былар –барыһы ла Рәжәп Ниғмәт улының оҫта ойошторған күмәк хеҙмәт емеше. Мәктәп яны баҡсаһында уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа берҙәй тырышып эшләй.