ЯҢЫ БАЛАПАН УРТА МӘКТӘБЕ КОЛЛЕКТИВЫ.

Слайд1 - копия (3)     Бөгөн Яңы Балапан урта мәктәбендә һәләтле, уңған һәм татыу коллектив эшләй.

Зәйтүнов Басир Шайморат улы мәктәпкә директор булып яңы ғына килеүенә ҡарамаҫтан коллегалары, ата-әсәләр тарафынан ихлас ҡабул ителде,бигерәк тә балалар уны үҙ итә, ярата. Ул быға тиклем Биҡҡол ауылында директор вазифаһын башҡарған. Директорҙың уң ҡулы булып уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Миниғәле ҡыҙы Зәйтүнова тора. Директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Миңзәлә Хөсәйен ҡыҙы Солтанова кластан тыш эштәрҙең гөрләп барыуын, мәҙәни сараларәың юғары кимәлдә үтеүенә яуаплы.

     Мәктәптә бай тәжрибәле, ҙур стажлы уҡытыусылар эшләй. Улар - рус теле белгестәре Гөлшат Юлмөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтйәрова һәм Әсмә Вәхит ҡыҙы Һөйөндөкова, математиктар Миңзилә Миңнулла ҡыҙы Ситдыҡова һәм Мансур Мөждәбә улы Ҡәнәғәтуллин, немец теле уҡытыусыһы Сәриә Ғәли ҡыҙы Малыбаева. Башланғыс синыфтарҙа Люциә Марс ҡыҙы Рәхимова, Гөлнур Әсләм ҡыҙы Махиянова, Ғәлиә Ғимаҙи ҡыҙы Малыбаева кеүек һәләтле,  үҙ эшен яҡшы белгән , тәжрибәле педагогтар эшләүе һөйөндөрә. Дилә Байгилде ҡыҙы Ҡорманаева И. Мырҙаҡаев исемендәге балалар ойошмаһын етәкләй,  “Йәш хәбәрселәр” түңәрәген ойошторған.  Мәктәп тормошоноң бер көнөн дә алтын ҡуллы хеҙмәт уҡытыусыһы Раул Салауат улы Ҡорманаевтан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Уның ағасты һырлау түңәрәге яҡшы эшләй.

     Мәктәп балаларҙа башҡорт йолалары нигеҙендә милли үҙаң, туған телгә һәм илгә һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгестәре Нажия Әҡсән ҡыҙы Сәрүәрова менән Гөлназ Хөснитдин ҡыҙы Зәйтүнованың хеҙмәтен билдәләмәй булмай. Зөлфирә Рәжәп ҡыҙы Зәйтүнова, Гөлшат Юлмөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтйәрова, Әсмә Вәхит ҡыҙы Һөйөндөковалар тырышлығы менән уҡыусыларҙың рус теле һәм әҙәбиәте буйынса ла белеме камиллаша. Йәш тарихсы Илдар Әхәт улы Билалов коллективта үҙ урынын тапҡан.

     30 йыл китапханасы булып эшләгән Рәшиҙә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы Малыбаева мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Ул ун йылға яҡын драма түңәрәген, ”Хазина” фольклор төркөмөн етәкләй. Уҡыусылар Гөлсинә Әхтәм ҡыҙы Аҡмурзинаның хеҙмәт, рәсем дәрестәрен түҙемһеҙләнеп көтөп ала, “Оҫта ҡулдар”, ”Йәш рәссам” түңәрәрәгенә ихлас йөрөйҙәр. ОБЖ уҡытыусыһы Сәлих Мөждәбә улы Ҡәнәғәтуллин йыл һайын зарницала уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡатнаша. Айбулат Мохтар улы Солтанов етәкләгән футбол командаһы ярыштарҙа тәүге урындар алмай ҡайтмай. Резеда Ғәли ҡыҙы Ҡорманаева химия, биология, экология серҙәренә төшөндөрһә, Ринат Булат улы Ҡорманаев музыка ишектәрен аса.

     Төрлө йылдарҙа эшләп, мәктәп тарихына үҙ исемдәрен яҙған уҡытыусыларҙы һанап бөтөрлөк түгел. Шулай ҙа уҡытыу – тәрбиә эшенә ҙур көс һалған З. Н. Фәтҡуллинды, Ҡ. Ғ. Мурзинды, С. Ғ. Рафиҡованы, Н. А. Мәғәсүмованы, ирле- ҡатынлы Бикжановтарҙы, Ж. Х. Дауытовты, Ә. В. Һөйөндөкованы,  Р. Н. Зәйтуновты, мәрхүм С. Ғ. Әхмәҙинде, У. Х. Ғилметдиновты, Ә. Ғ. Рәхимовты һ.б. телгә алмай булмай.

 

Вернутся в страницу школы.

Сайт создан в системе uCoz